Республиканың бер нисә төбәгендә майҙың һуңғы көнөндә сыҡҡан дауыл эҙемтәләре бөтөрөлә

Тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә Бүздәк, Шаран, Кушнаренко һәм Саҡмағош райондарында торлаҡ йорттар, социаль учреждениелар һәм ауыл хужалығы предприятиелары биналары, электр линиялары зыян күргән. Барлығы 3 850 квадрат метр майҙанда зыян теркәлгән. Был турала оператив кәңәшмәлә республиканың Ғәҙәттәнтыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровхәбәр итте. Бүздәк районында ғына, мәҫәлән, дауылдан 20 миллион һумлыҡзыян күрелгән. Дауыл эҙемтәләрен бөтөрөүгә төбәктәрҙә «Башкирэнерго» ойошмаһының 4 бригадаһы, барлығы 30 хеҙмәткәр йәлеп ителгән.
Back to Top