Район халҡы Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәковты иҫкә алды

Башҡорт халҡының яратҡан йырсыһы, яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы Рамаҙан Йәнбәковтың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 40 көн тулыу айҡанлы халыҡ ижады үҙәгендә Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе үтте. “Моңдан туҡылған ғүмер” исемле сарала йырсының ауылдаштары, туғандары, баш ҡаланан килгән дин әһелдәре, уҡыусылары, коллегалары ҡатнашты.
Back to Top