НУРЛЫ МСЕТЕ ТЛСК

Ишембай ҡалаһының Бульвар һәм Стаханов урамдары киҫелешкән урында 1 гектар майҙан ерҙә яңы мәсет төҙөү эштәре башланды. Әлеге мәлдә унда элекке биналарҙың ҡалған нигеҙҙәрен таҙартыу, буласаҡ мәсет урынын кәртәләп алыу кеүек эштәр башҡарылған. Проект буйынса иман йорто 400 кешегә тәғәйенләнгән. Бульвар урамы яғынан йәйәүлеләр өсөн инеү урыны асыласаҡ. Шулай уҡ автомобилдәр өсөн парковка урыны ла ҡаралған. Ишембай районы мөхтәсибәте вәкилдәре әйтеүенсә, иман йортон тиҙерәк төҙөп бөтөү ҡала һәм район халҡы ярҙамына бәйләнгән.
Back to Top