Боронғоса йөрәк ултыртыу / Йомаш ауылы Баймаҡ районы
Башҡорт халҡы борон-борондан халыҡ дауалау ысулдарына ҙур өҫтөнлөк биргән. Шуға күрә, һәр ауылда тиерлек халыҡ табибтары булған. Шундай инәйҙарҙең береһе Йомаш ауылында йәшәй.88 йәшен тултырған Райманова Менәүәрә инәй боронғо ысул - йөрәге ауыртып, ҡурҡҡан кешенең йөрәгенә тере тауыҡ ултырта. Уның һөйләүе буйынса тауыҡ кешенең ауырыуын үҙенә ала,-ти. Кеше һауығып, еңеләйеп китә. Элек шулай уҡ яңы салынған һарыҡтың йөрәген дә ултыртҡандар тип һөйләне Менәүәрә инәй. Бына шундай мөғжизәләр күп булған.