#Беҙбергә! Эстафетала Мәүлит Кәрими...
Ирәмәл – Гималай
“Ирәмәлгә менеп төштөм әле,
Унда илһам - рухи бағыусы!
Менеп төшкән һайын тыуа шиғыр
Йә хикәйә,“ - тине яҙыусы.
Өндәшмәнем. Бары уйға ҡалдым:
Бейек тә бит, йыраҡ Ирәмәл.
Бер китапты яҙыр өсөн әҙип
Нисә тапҡыр тауға үрмәләй?..
Ә шулай ҙа тауҙар бейеклеген
Яулап ҡарарғамы, их, малай?!
Ирәмәлдән ары, бейегерәк -
Мине көтә Памир, Гималай...
© Мәүлит КӘРИМИ