РӘҮҘӘК ЙЫЛҒАҺЫ Ишембай районы Иҫәкәй ауылы янында

Видео авторы Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбаева. Төшөрөлдө 25 июнь 2017 йыл. РӘҮҘӘК Ауылыма һыйынып ҡына Аға Рәүҙәк йылғаһы, Күңелемдә һаман сыңлай Көмөштәй саф йырҙары. Һандуғастар сут-сут һайрай Туғайында таллыҡта, Баласағымдың эҙҙәре Йылға буйы ташлыҡта.. Рәүҙәгемдә һыуҙар инһәң Шифалы көсөн бирә, Ҡаршыма Рәүҙәк буйынан Йәш ғүмерем йүгерә.. Рәүҙәгемдең һыуын эсә Өс ауыл кешеләре, Өс ауылда йәшәүселәр Бер туған ишеләре! Тыуған яҡты бик һағынып Ҡунаҡҡа ҡайттым әле, Күңелдәргә дәрт өҫтәрҙәй Бөгөн ҙур байрам әле! Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ
Back to Top