Үрге Этҡол ауылындағы ирекле янғын һүндереү командаһына автоцистерна тапшырылды

Ишембай районының Үрге Этҡол ауылында иҫтәлекле ваҡиға булды – ирекле янғын һүндереү командаһына тантаналы рәүештә янғын һүндереү автоцистернаһы тапшырылды. Унда республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, мәртәбәле ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы ҡатнашты.
Back to Top