Эске Йылан ырыуы гимны
Бөгөн ырыуҙаштар тантаналы шарттарҙа Эске йылан гимнын ҡабул итте. Уны Руфина Камалова һүҙҙәренә Филүс Беркет ижад иткән. Йырҙы бөгөн тәүгеләрҙән булып ырыу ҡоронда ҡатнашыусылар ишетте. Беренсе тапҡыр ул йыйында — Дүртөйлө район мәҙәниәт һарайы сәхнәһенән яңғыраны. Тыуған төйәк, республика, ата-бабалар үткәненә ғоурлыҡ менән башҡарылған йырҙы тамашасылар ихлас ҡабул итте.
Башҡортостан — ғәзиз илебеҙ,
Тыуып үҫкән еребеҙ.
Төрлө ырыуҙар бергә йәшәгән
Сал тарихлы еребеҙ.
Иҙел йылан, эске йылан,
Ҡыр йылан тармағы беҙ.
Тарихыбыҙ төпкөлөнән
Ата-бабам һала оран:
«Тоҡсаба!», «Тоҡсаба!»,
Ҡошо — ҡарға, ағасы — ҡайын,
«Әүернә» тип тамға һуҡҡан
Ырыуыбыҙ — йылан.
Башҡортостан — тыуған еребеҙ,
Саф һауалы күгебеҙ.
Таҙа шишмәле, ҡуйы урманлы
Йәшел бишек еребеҙ.
Һоҡланып та туя алмаҫлыҡ
Беҙҙең һөйгән еребеҙ.