Алина Сәлихова Әсә күңеле, Әсә йөрәге - 2018
Алина Сәлихова – Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы. БДУ -ның Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филологияһының 4 курс студенты.
Әсә күңеле диңгеҙгә тиң
Әсә күңеле диңгеҙгә тиң,
Күпме серҙәр һаҡлана.
Йөрәге лә сикһеҙ киң,
Йылыһын ул тарата.
Өс балам, тип янып тора
Минең изге әсәйем.
Һәр ваҡытта янда була,
Һәр ваҡытта мөләйем.
Илағанда, шатланғанда
Шылтыратам мин уға.
Иң мөһиме, рәхмәтлемен
Тормошомда булғанға !