Гөлсира Шафиҡова Бишек йыры, Әсә йөрәге - 2018
9. Гөлсирә Шафиҡова Мәсетле районының Йонос ауылында йәшәй. Оҙаҡ йылдар ауыл китапханаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Яҙыусы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар берлеге ағзаһы, ете йыйынтыҡ авторы. Бигерәк тә балалар өсөн яҙған әҫәрҙәре уҡыусылар араһында популяр.
Бишек йыры
Иң матур йыр телдәге,
Иң изге йыр телдәге,
Һәр һүҙендә яҡтылыҡ,
Һәр һүҙендә яҡшылыҡ!
Ҡолағыңа яғымлы,
Иркә, наҙлы һәм йылы
Инеше моңдаръяның,
Ул – минең бишек йырым!
Улыҡайым, ҡошсоғом,
Тәүге ауазын һалғас,
Бәхетемдән яралды,
Шатлығымдан яралды.
Ҡошсоғоноң ҡыуанып
Талпыныуын күҙәткән
Һандуғас моңо – йырым!
Ҡоштар серем итһен тип
Ағастарҙы тирбәткән
Иркә ел моңо – йырым!
Нурҙар бөркөр бейектән
Йәйғор балҡышы – йырым!
Йондоҙҙарҙы бейеткән
Шишмә тауышы – йырым!
Матурлығын еремдең
Йыр менән тойһон балам!
Нәфислеген телемдең
Моң менән тойһон балам!
Ул ишеткән тәү һүҙ-моң
Күңеленән китмәһен!
Ғүмеренең дауамында
Йәшәргә көс өҫтәһен!