А.Ишемғужина һүҙҙәре һәм көйө. “Ҡыҙҙар әле лә сая!“
Ҡыҙҙар әле лә сая!..
Айгөл Ишемғужина һүҙҙәре һәм көйө
ҠЫҘҘАР ӘЛЕ ЛӘ САЯ!
Айгөл Ишемғужина көйө
“Саялыҡ ҡыҙҙарыбыҙҙа
Ҡайҙа булған?” – тимәгеҙ,
Халҡыбыҙҙың йыр-моңонан
Күсһен тиеп теләгеҙ!
Иңдәрендә булмаһа ла
Боронғолай уҡ-һаҙаҡ,
Эйәрҙә ул сапмаһа ла
Йөрәккәйе ут һымаҡ!
Бөгөнгө ҡыҙҙар ҙа сая,
Рәнйетмәгеҙ уларҙы –
Килер быуын, ғүмер һорап,
Ҡабыҙа бит ҡуҙҙарҙы!
Ҡушымта:
Ирене – бешкән сейә,
Күңеле ярһып һөйә.
Уҡ төҫлө ҡараштары
Һүҙһеҙ ҙә сәпкә тейә!