ҒҮМЕР МӘҢГЕ ТҮГЕЛ…Р. Нутфуллина ,Х.Дильмухаметов

ҒҮМЕР МӘҢГЕ ТҮГЕЛ… Йәшәй-йәшәй фани донъяларҙа Бер мәл килеп аңлай һәр кеше: Бер ни, бер кем мәңге түгел ерҙә, Ғүмер үтә осҡан ел ише… Ҡәҙ(е)рен белеү мөһим һәр минуттың, Яҡындарҙың һин тип өҙөлөр. Ҡылдай нескә генә ғүмер кинәт Көтмәгәндә бер саҡ өҙөлөр… Үкенескә генә тик ҡалмаһын, Уфтанырлыҡ булмаһын аҙаҡ... Хаталарҙы төҙәтәйек хәҙер, Әрнетмәһен йөрәкте яҙыҡ... Нутфуллина Рәйлә
Back to Top