Вахизә Әхмәтсафаҡыҙы Әхтәмйәнова 85 йәшлек оло юбилейын билдәләй!

Вахизә Әхмәтсафаҡыҙы Әхтәмйәнова 85 йәшлек оло юбилейын билдәләй!. Ҡәҙерле кешебеҙ 1938-се йылдың 29-сы октябрендә Әхмәтсафа менән Шәмсиәнең татыу ғаиләһендә 4-сеһе булып донъяға ауаз һала. Вәхизәнең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Аслыҡ-яланғаслыҡ, ауырлыҡтарҙы ла күреп үҫә. Һуғыш башланғанда бәләкәй Вәхизәгә бары тик өс йәш кенә була. Аталары Әхмәтсафаны һуғыш башланыу менән армия сафына алалар. ,,Атай наҙын күреп үҫергә насип булманы,, - тип хәтерләй бала сағын һөйөклөбөҙ. Апаһы ФӘНИӘ менән, үҙҙәре лә бала ғына булыуҙарына ҡарамаҫтан һеңлеләре розаны тәрбиәләшергә, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашырға ла өлгөрәләр. Апаһы Фәүзиә, ағаһы ҒУФРАН, әсәләре Шәмсиә менән баҫыуға иген урырға, ярҙамға йөрөйҙәр. Үҫеп буй еткәс ауылдашы Риф исемле егеткә кейәүгә сығып, бергәләп биш ул бер ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә, белем биреп оло тормош юлына баҫырға ярҙам итәләр. Вахизә апайыбыҙ ҡәйнәһен дә үҙ әсәһеләй күреп, тәрбиәләп, һуңғы көнөнә тиклем тәрбиәләне. Йәш сағында тауыҡ фермаһында эшләргә тура килә. Һуңынан колхоз да һуған, сөгөлдөр баҫыуында тир түгә. Эштән бушаған ваҡытында ла тик ултырмай. Ауылдаштарына, туғандарының балаларына быймалар, ололарына кейеҙ ойоҡтар баҫып бирә. Әле лә оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йомшаҡ, йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп ҡыуандыра. Мейестә бешкән тәмле ҡоймаҡтары, бауырһаҡтары менән һыйлай. Ҡыҙғанысҡа күрә, тормош иптәше Риф кенә бөгөнгө матур байрамды уртаҡлаша алмай, ауыр сирҙән һуң вафат булды. Бала ҡайғыларын да күрергә тура килде яҡыныбыҙға. Шулай ҙа донъя ауырлыҡтарына бирешмәй, алға атланы. Баҡса тултырып бәрәңге, сөгөлдөр, емеш-еләк үҫтерә. Ҡош-ҡорт аҫрай, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә лә ярҙам итергә тырыша. Беҙҙең һөйөклө, ҡәҙерле һеңлебеҙ, апайыбыҙ – ВАХИҘӘ Әхмәтсафа ҡыҙы! Һине ысын күңелдән күркәм байрамың – 85 йәшлек юбилейың менән ҡотлап, изге, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Күңелең һис ҡасан да борсолоу белмәһен, тормошоңдо яҡты, сыуаҡ көндәр генә биҙәһен. Фани донъяның рәхәттәрен кисереп, күңел көрлөгөндә бәхетле ғүмер итеүеңе теләп ҡалыусы апайың Фәүзиә, һеңлең Роза, туғандарың Фәнил, Зөлфиә, ХәҘИСӘ, Резеда, Фәнис һәм уларҙың балалары. Шулай уҡ изге теләктәргә кейәү-килендәрегеҙ, 15 ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, 16- бүлә-бүләсәрҙәрегеҙ ҙә ҡушыла. Хөрмәтле, ВАХИЗӘ Әхмәтсафа ҡыҙы, яҡын кешеләрегеҙ һеҙҙең өсөн матур йыр ҙа һайлаған, рәхим итеп тыңлағыҙ!
Back to Top