“Һаумыһыһыҙ, ауылдаштар-2017“

Быйыл йәй минең тыуған ауылым Хәлилдә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!“ байрамы үтте. Күркәм сараға яҡташтарым бик етди әҙерләгән ине. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә асылған обелискка, “тимер күлдәк“тәр кейгән йорттарға, семәрләп эшләнгән ҡапҡаларға, төҙөкләндерелгән юлдарға ҡарап ауылымдың тағы ла матурланыуы һоҡландыра. Шуныһы ҡыуаныс, ауылдаштарымдың тырышлығы ошо көндәрҙә район кимәлендә лә юғары баһа алды. Махсус комиссия “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!“ байрамы үткән ауылдарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң Хәлилгә беренсе урын бирергә ҡарар итте.
Back to Top