20170916_151817
Башҡорт телен яҡлау митингыһында 4-4.5 меңләгән кеше йыйылды.
Күп кенә госслужащийҙар ҙа ҡушылды, татар һәм рус дуҫтарыбыҙҙы ла күрҙем - ысынлап та, башҡорт теле яҡлылар икән.
Бында ғына ҡалмаҫҡа кәрәк.
Тәү сиратта үҙебеҙҙән башлап балаларыбыҙ менән башҡортса һөйләшергә, башҡортса әкиәт-китап алырға - иң кәме шул.
Тамыр телеканалына яҙылырға, шуны балаларға күрһәтергә.
Башҡорт түңәрәктәренә йөрөтөргә.