Гөлдәр Сыңғыҙова “Әсәйемә“
Гөлдәр Сыңғыҙова Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй. Тормош иптәше Рәшит менән сәскә кеүек ике ҡыҙ үҫтерә. Күңеле менән йыр-моңға, шиғриәткә ғашиҡ. Бик матур, моңло йырлай, шиғырҙар уҡырға ярата, күңеленә илһам килгән минуттарҙа үҙе лә ижад итеп ҡарай. Әммә матбуғатта баҫылғаны юҡ, шиғырҙарын үҙе өсөн генә яҙа. Былтыр тәүге тапҡыр Баймаҡ районында Йомабикә Ильясова призына үткәрелгән шиғри бәйгелә үҙен һынап ҡарап, лауреат булараҡ билдәләнгән.
Әсәйемә
Әсәйемдең моңһоу ҡараштары,
Йоҡоларҙан мине уята.
Ни һөйләй тип өнһөҙ ҡараштар,
Эсем бошоп ҡуя, уйлата.
Юҡҡа ғына борсолаһың, әсәй,
Беҙ ҙурайҙыҡ, донъя көтәбеҙ.
Яманлыҡтан йырағыраҡ булып,
Яҡшылыҡҡа хеҙмәт итәбеҙ.
Өгөт-нәсихәттәр менән беҙгә
Һин өйрәттең дөрөҫ йәшәргә,
“Алдашыу һәм урлау гонаһ “- тиеп
Араланың яман эштәрҙән.
Беҙ дүрт бала үҫтек – ике ҡустым
Һәм апайым – серҙәш, терәк тә.
Аралашып йәшәүгә ни етә, тип,
Ярҙам ҡулы һуҙып кәрәктә.
Борсолоуға урын да юҡ, әсәй,
Йылмай әле, донъя яҡтырһын!
Барыбыҙ ҙа һау-