ТОРМОШ. Село Коварды Гафурийский район

#тормош #бст #башкортостан Ҡауарҙы ауылы Ғафури районының төпкөл һәм иң матур ауылдарының береһе. Асфальт юлдары менән маҡтана алмаһа ла халыҡҡа кинәнеп йәшәр өсөн бөтә шарттар бар. Еләк-емешкә бай урманы, мал-тыуар көтөү өсөн иркен яландары, игенгә бай баҫыуҙары, ҡош-ҡорт үрсетеү өсөн уңайлы тулы һыулы йылғалары, күлдәре. Был төбәкте төйәк итеүселәр ҡылған эштәре, йәшәйеште алға ебәреү өсөн һалған тырышлығы, ныҡышмалығы менән бик күптәргә өлгө булып тора. Бөгөн “Тормош проекты” борондан ҡалған табындар иле, тарихы бай , киләсәге яҡты Ғафури районы Ҡауарҙы ауылында.
Back to Top