Башҡорт телендә караоке. Караоке башҡортса. Шыршы ҡупшы кейенгән. Башҡортса караоке. Һүҙһеҙ.
Башҡорт телендә караоке. Караоке башҡортса.
Шыршы ҡупшы кейенгән. Башҡортса караоке. Һүҙһеҙ.
Караоке на башкирском.
Шыршы ҡупшы кейенгән.
(Рафик Сальманов көйө, Р.Янбулатова һүҙҙәре)
Шыршы ҡупшы кейенгән,
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.
Әйләнәбеҙ тирәләп,
Йырлашабыҙ бергәләп.
Иң башына тоҡ аҫып
Ҡыш бабай килеп инде.
Яңы йыл менән ҡотлап,
Беҙгә бүләктәр бирҙе.
Ул беҙҙе ҡыҫып һөйә,
Үҙе йылмайып көлә.
Шаяртып, беҙҙең өҫкә
Ҡар бөртөктәре һибә.
Шатланабыҙ, көләбеҙ,
Бигрәк күңелле беҙгә.
Бындай шатлыҡлы байрам
Ҡыш көндәрендә генә.
Шыршы ҡупшы кейенгән,
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.
Әйләнәбеҙ тирәләп,
Йырлашабыҙ бергәләп.
- башҡортса ютуб каналы.
- башҡортса демотиваторҙар һәм карикатуралар.