Яралы йорәк. слова Раиля Нутфуллина. музыка Хайдар Дильмухаметов

Яралы йөрәк Онотолған инең инде күптән Ниңә сыҡтың ҡабат юлыма. Йөрәгемә тағы уттар ҡапты, Әрнеп-әрнеп һине юҡһына. Ҡараштарың миңә тынғы бирмәй, Төштәремә инеп яфалай. Һинең һөйөү миңә бәхет түгел, Бары мәңгелеккә яралай. Юҡ, кәрәкмәй, сыҡма юлдарыма, Һөйөүеңде иҫбат итмә һин. Һөйөү була мәңгелеккә, иркәм, Ышанмайым бүтән һиңә мин. Нутфуллина Рәйлә
Back to Top