Шиһапова Диана “Әсәйкәйем – күҙ нурым!“

Диана Шиһапова Өфө ҡалаһы Дим районының 102 -се башҡорт гимназияһының 9 класс уҡыусыһы. “Мин бәләкәй саҡтан йырларға яратам, төрлө конкурстарҙа ҡатнашам. Әҙерәк үҫә биргәс мине КВН да ҡыҙыҡһындыра башланы, һәм мин беренсе тапҡыр мәктәп командаһы менән “Шаяниум” – шаяндар һәм отҡорҙар конкурсында ҡатнаштым. Һуңыраҡ беҙ “Башҡорт Юниор лигаһы”нда уңышлы сығыштар яһыныҡ, КВН - да ҡатнашыу миңә бик оҡшай! Музыка мәктәбенең эстрада вокалы класын да тамамланым, мөмкинлек булһа мин уда тағы ла уҡыр инем, шул тиклем оҡшай ине. Әлеге ваҡытта мин “Башҡорт балалар театр студияһы”нда шөғөлләнәм, һәм унда ла миңә бик оҡшай! Киләсәктә Республикабыҙға файҙалы кеше булырға хыялланам. Мәҙәниәтебеҙҙе үҫтерергә, халҡыбыҙҙы ил кимәлендә тағы ла күберәк данларға – был беҙҙең, киләсәк быуындың бурысылыр тип уйлайым», – тип яҙа беҙгә Диана һылыу. Әсәйкәйем – күҙ нурым! Был һүҙҙе кемгәлер әйтеү мөмкинселеге үҙеңде йондоҙҙарҙан да бейек торған бәхеткә урай. Әлбиттә ул һүҙ – әсәй. Әсәй – донъялағы иң матур, иң изге, иң йомшаҡ һүҙ. Ш
Back to Top