Оҙата кил.Венер Килмөхәмәтов йырлай
Венер Килмөхәмәтов йырлай.
Наил Ғәлиев көйө
Шәриф Бикҡол шиғыры
Һайра, һайра, һандуғасым,
сиртмә-сиртмә талдарында;
хыялыйҙар иткән инең
мине йәшлек таңдарымда.
Әле булһа,
тыңлай-тыңлай,
моңдарыңа хайран ҡалам:
һайрар башлар минутыңды
мин зарығып көтөп алам.
Сиртә-сиртә күңелемдең
иң-иң нескә ҡылдарына,
оҙата кил
ғүмеремдең
йәшәлмәгән йылдарына!