Насип Кучаев - Мин ҡыуанам (Радуюсь)
Насип Кучаев - Мин ҡыуанам
(Ирек Кинйәбулатов һүҙ., Насип Кучаев муз.)
Мин ҡыуанам тыуғаныма,
Ысыҡҡа бит йыуғаныма,
Торғаныма, ятҡаныма,
Яңынан таң атҡанына.
Мин ҡыуанам ел иҫкәнгә,
Ағастар һәм гөл үҫкәнгә,
Һандуғасты тыңлауыма,
Ерҙә моңдар тынмауына.
Мин ҡыуанам тыуған ергә,
Йәндәй күргән тыуған илгә,
Уның бөтмәҫ ҡеүәтенә,
Иң-иң изге ниәтенә.
Мин ҡыуанам кешеләргә –
Ер йәшәтер ишеләргә.
Оло һуғыш юҡлығына,
Халыҡтарҙың ныҡлығына.