“Иртөбәк“ йәмғиәтендә баҫыуҙарҙы тырматыу
Баҫыуҙарҙа эш башланды. Көндәрҙең аяҙ һәм матур тороуынан файҙаланып, “Иртөбәк” агрофирмаһы” йәмғиәтенең Семен-Петровский бригадаһы эшсәндәре – Азамат һәм Фәнил Салауатовтар, “Тәүәкән” йәмғиәтенең Волостновка бригадаһы механизаторы - Латиф Әбдүшев районда тәүгеләрҙән булып дым ҡаплатыуға төштө.
Ужымдарҙы өҫтәмә туҡландырыу эшенә лә тәүгеләрҙән булып тәүәкәндәр – Рәмил Мәжинов менән Кәрим Мәхмүтов тотондо.
“Тәүәкән” йәмғиәтенең Волостновка бригадаһында тупраҡты сәсеүгә әҙерләү эше менән бергә мал аҙығын да хәстәрләй башлағандар, тәжрибәле механизатор Латиф Әбдүшев күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу эшенә лә тотонған.
Хәйерле сәғәттә, игенсе! Мул уңыш алып ҡыуанырға яҙһын!