Өйрәтте өләсәйем бейеүе
ӨЙРӘТТЕ ӨЛӘСӘЙЕМ
Бейе, ҡыҙым, һөйкөмлө бул,
Тигәйне өләсәйем.
Минең матур булғым килә,
Бейейем дә бейейем.
Бейейем, бейейем,
Кәйелә күлдәккәйем.
Оҫта итеп тыпырларға
Өйрәтте өләсәйем.
Туғыҙ итәкле күлдәгем,
Яғаһы ҡыя ғына.
Өләсәйем өйрәткәйне
Ойота баҫам ғына.
Бейейем, бейейем,
Кәйелә күлдәккәйем.
Бармаҡ шартлатып бейергә
Өйрәтте өләсәйем.
Көйгә генә тыпырлайым
Һығылмалы буй ғынам.
Үҙем көҙгөгә ҡарайым
Оҫтара барам һаман.
Бейейем, бейейем…