ААБАЛАР РУХЫН АЛАП. ТАМЪЯН ЫРЫУЫ

Йылҡысылыҡ туғанлыҡ ептәрен нығытырға мөмкинлек бирҙе. Әбйәлил районында йәшәгән Һибәтовтар ғаиләһе башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү менән шөғәлләнә. Йыл әйләнәһенә тиерлек, төбәктәге сауҙа нөктәләрен ҡымыҙ менән тәьмин итә. Быйыл фермерҙар шифалы эсемлек һатыуҙан килгән табышты изге эшкә йүнәлтте. Һибәтовтар Тамъян ырыуына ҡараған Яманайҙар араһы ҡорон ойошторҙо.
Back to Top