Сажидә Билалова Атай-әсәй ҡәҙерҙәре, Әсә йөрәге - 2018
21. Сажидә Билалова –Бөрйән районы Мораҙым ауылы ҡыҙы. Бала саҡтан нәфис һүҙгә ғашиҡ, бәләкәйҙән шиғырҙар яҙа. Әле лә ижадын ташламай, шиғырҙарын сәхнәнән уҡып ишеттерә, кисәләрҙә һөйләй. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, үҙе йәшәгән Килдеғол ауыл ҡатын-ҡыҙҙары советы етәксеһе.
Һуңлап аңлау
Ҡыйын икән был донъяла,
Үкһеҙ етем булыуҙары.
Иҫкә төшһә атай,әсәй,
Күҙгә йәштең тулыуҙары.
Донъя фани, беребеҙ ҙә,
Мәңгелеккә килмәгәнбеҙ.
Үҙ мәлендә атай,әсәй
Ҡәҙерҙәрен белмәгәнбеҙ.
Балам, тиеп, атай-әсәй,
Сарыфлаған йөрәк көсөн.
Килде бөгөн үҙебеҙгә
Тынғыһыҙлыҡ, бала өсөн.
Яң(ы)лыштарын ғәфү итеп,
Йөрәк аша үткәрәбеҙ.
Атай-әсәй нисек түҙгән!—
Әс(е)неп иҫкә төшөрәбеҙ.
Донъя фани, беребеҙ ҙә,
Мәңгелеккә килмәгәнбеҙ.
Атай,әсәй ҡәҙерҙәрен,
Үҙ мәлендә белмәгәнбеҙ.