Хәдимә Солтанова, Әбйәлил районы Хәмит ауылы
Ҡыҙыма
Ҡыҙым, һиңә әйтер һүҙем күңелемдә
Ашып-ташып ҡына торған мәле бына:
Ғүмереңдең ҡәҙерҙәрен белеп йәшә,
Был донъяла йәшәү бер тапҡырҙар ғына!
Тормош юлын бергә үтер өсөн һайлап
Алған йәреңә һин тоғро ҡала бел гел.
Ялған һөйләү, тәкәбберлек, ялҡау булыу
Һинең өсөн, ҡыҙым, былар һис иш түгел.
Үҙ һүҙеңде һүҙ итеүҙән, көнләшеүҙән,
Күп әрләшеп, даулашыуҙан бер үк һаҡ бул!
Ирең булған кешеңдең гел кәмселеген
Күреп, мыжып ултырыуҙан һин йыраҡ бул!
Хушбуйҙың иң яҡшыһы ул – һыу булыр, гел
Йыуынып та, пакланыуҙы һин яҡын күр!
Зиннәтле бул, тәүфиҡты гел иш ит, ҡыҙым,
Тормош юлын бәхет-гөлдәр менән гел үр!