“Ҡурайсы егеткә“, (И. Дилмөхәмәтов йыры). “Аҡ тирмә“ фольклор төркөме, Мәскәү, (етәксеһе Г. Батыршина).
Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙең ихтибарығыҙға үҙебеҙҙең бәләкәй генә ижад емешебеҙ - тағы бер музыкаль клипыбыҙҙы тәҡдим итәбеҙ!
Ҡурай - борон - борондан башҡорт халҡы өсөн илаһи көскә эйә булған. Ҡурайсы күңеленең иң нескә серҙәрен Ҡурай моңо аша сағылдыра - шатлыҡ - ҡыуаныс, haғыш hәм әлбиттә мөхәббәт хистәре! Ул йырлатыусы һәм бейетеүсе лә! Шуға ла ҡурайсыны барыһы ла ярата һәм хөрмәт итә...