Айҙағы ике януар.
Айҙағы ике януар
Борон был яҡта әҙәм заты булмаған. Тау-ташта кейек-йәнлек кенә йөрөгән. Шунан бер ҡарт килеп сыҡҡан. Кейек-йәнлектәр, аптырап:
— Ни өсөн килдең? — тип һорағандар. Ҡарт әйткән:
— Сысҡанды бесәй тотор, сабаҡты суртан йотор, хайуанды хайуан ҡыуыр, бәндәне бәндә ҡырыр. Тыныс урын эҙләп килдем,— тигән.
Шул ерҙә оҙаҡ йылдар йәшәгән ул ҡарт. Бер саҡ был йылғаға төшөп йыуынайым тиһә, һыуҙан бер бағры килеп сыҡҡан.
— Ағай, мине суртан йоторға уҡтала,— тигән.— Башымды ҡайҙа ҡуяйым? — тигән.
— Таулы-ташлы йылғаға күс,— тигән ҡарт,— һалҡын