Һинең проблемаң - уларҙың хыялы

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.): “Хәйер-саҙаҡа бирегеҙ, сөнки шундай заманалар етер, кеше хәйер бирергә теләр, әммә бирерлек кеше таба алмаҫ. Саҙаҡаһын кемгәлер тәҡдим итһә, ул кеше алмаҫ: “Кисә биргән булһаң алыр инем, бөгөн мин мохтаж түгелмен”, тип әйтер тине (Әл-Бохари). Кеше зарланырға яратһа ла, Аллаға шөкөр тип әйтәйек, яҡшы йәшәйбеҙ. Ҡөръән мәжлестәрендә генә бер-беребеҙгә саҙаҡалар бирешәбеҙ. Кемгәлер барып, мә һиңә хәйер, тип әйтеүе лә уңайһыҙ, күп кеше хәҙистә әйтелгәнсә, мин мохтаж түгел, тип әйтә. Ә хәҙер беҙгә, ысын мәғәнәһендә, ярҙамға мохтаж Палестина халҡына ярҙам итеү мөмкинлеге бар. Әгәр кемдеңдер теләге булһа, Аллаһ ризалығы өсөн ошо “Тинькоф” картаһына 2200 7007 2225 3670 (Рыскужин Дамир Галлямович, 89659451943) аҡса күсерә ала. Әбйәлилдәр ошо номерға күсерә, башҡа райондар ҙа үҙҙәренең иҫәптәренә йыйып, аҙаҡ Башҡортостан мосолмандарының үҙәкләштерелгән диниә назарытына тапшырасаҡ һәм дә Палестина халҡына кәрәкле нәмә алыуға тотоноласаҡ.
Back to Top