Асҡар Абдразаҡов «Урал аръяғы-2024» инвест-һабантуйына саҡырҙы
Күренекле опера йырсыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов илебеҙ халҡын 24-26 майҙа «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙғарылған Башҡортостандың Сибай ҡалаһына саҡырҙы.
- Минең Ватаным, Башҡортостан Республикаһы, был, моғайын, ҡасан да булһа булған иң тулҡынландырғыс урындыр. Унда бөтөнөһө лә - баҫыуҙар, альп болондары, таҙа йылғалар, йәмле күлдәр, тигеҙлектәр һәм тауҙар, мегаполистар һәм кеше ҡағылмаған тәбиғәт мөйөштәре бар. Шулай ҙа төп биҙәүес - ул кешеләр. Изге күңелле, эшһөйәр, ғорур һәм бик ҡунаҡсыл!
Был аҙнала Башҡортостандың Урал аръяғында илебеҙҙең эшлекле тормошондағы ғәҙәти булмаған сараларҙың береһе - «Урал аръяғы-2024» инвестиция һабантуйы уҙғарыла. Был форумда Рәсәйҙең эре бизнесмендары һәм бихисап күрше, алыҫ илдәрҙән абруйлы ҡунаҡтар ҡатнаша. Бында етди кешеләр етди мәсьәләләрҙе хәл итә, һәм бер үк ваҡытта улар яратҡан Башҡортостанымдың йолалары, мәҙәниәте, милли аш-һыуы менән таныша. Бер һүҙ менән әйткәндә, эшләп тә, яҡшы ял итеп тә өлгөрәләр, - тине Асҡар Абдразаҡов.
Танылған артист форум хаҡында һөйләп кенә ҡалманы, сараға килергә теләүселәрҙең барыһын да саҡырҙы. Мөрәжәғәт аҙағында Асҡар Абдразаҡов форумдың эшлекле танышыуҙар даирәһен киңәйтеүгә генә түгел, унда ҡатнашыусы эшҡыуарҙар өсөн тура финанс файҙа алыуға ла булышлыҡ итеүен билдәләне.
— Я с особой гордостью приглашаю всех вас посетить город Сибай, где с 24 по 26 мая будет проходить инвест-сабантуй «Зауралье-2024». Я абсолютно уверен, что вы не пожалеете и увезете домой самые яркие воспоминания, а, может быть, еще и какой-нибудь выгодный контракт, — отметил Аскар Абдразаков.
Белешмә өсөн:
«Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы эшлекле дискуссиялар өсөн Халыҡ-ара майҙансыҡ булып тора. Йыл һайын унда төрлө илдәрҙән делегациялар ҡатнаша.
Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора. Инвестицион һабантуйҙа шулай уҡ федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил компаниялары вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ.
Профилле секциялар һәм пленар ултырыш сиктәрендә ҡатнашыусылар инвестициялар йәлеп итеүгә, экспорт әүҙемлеген арттырыуға, моно ҡалаларҙы, эске туризмды үҫтереүгә, ҡала мөхитен һанлаштырыуға һәм экологияға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.
Форум сайтында ҡатнашыусыларҙы теркәү бара.
Ойоштороу комитеты менән бәйләнеш өсөн мәғлүмәт: 7 (800) 101-10-12,
Үҙәк баҙарҙа йәмәғәтселек менән бәйләнешкә инеү өсөн телефондар: 7 (347) 215-11-11 (сит илдәрҙән ҡатнашыусылар өсөн).