Артур Кабиров - Мәхрүм иттек (Ахмаҡтар)

Артур Кабировтың “Ут биреп торған сағым“ концертынан Мәхрүм иттек (Шәриф Бикҡол) Туҡталдыҡ та, һис тә юҡҡа Үс иткәндәй тар һуҡмаҡҡа, Йүнәлдек ике тарафҡа: Һин - уң яҡҡа, мин - һул яҡҡа... Көттө һуҡмаҡ - табандарҙың Терелткес йылыһын көттө... ...Айҙар үтте, йылдар үтте - Һуҡмаҡтағы эҙҙәр бөттө... Эй, ахмаҡтар!... Яҙмыш - туҡмаҡ: арабыҙҙа - Өҙөк һуҡмаҡ, күңел китек: Беребеҙҙән беребеҙҙе Күрәләтә мәхрүм иттек...
Back to Top