РХМТЛЕМЕН И, БАШОРТОСТАН! Нсим айсина

РӘХМӘТЛЕМЕН ҺИҢӘ, БАШҠОРТОСТАН! Мин таңдарҙа тыныс уянамын, Башҡортостанымда тыуғанға, Ниндәй ҡайғы, хәсрәт баҫҡанда ла, Һиндә бәхетем табып уңғанға. Зат-ырыуым тамыр йәйгән ерҙә Бар тупрағым терәр аяғым. Етәгенә алыр буран-елдә Етегәнем – яҡты маяғым. Иң яғымлы, наҙлы һүҙҙәр менән Телем асҡан башҡорт телем бар. Яҙҙарымда ләйсән ямғыр яуған Ҡайындарға, гөлгә илем бай. Хәтирәләр...атай ҡулы һалған Бала сағым үҫкән тыуған өй. Илем данлы иткән ҡурайғынам, Күңелемә моңдар ҡойған көй. Ғорурланыр батыр ирҙәрем бар, Еңеп ҡайтҡан дәһшәт яуҙарҙы. Ҙур тарихҡа торош һәр бер ташым, Сал түбәле Урал тауҙарым. Тамһа йәшем, һөртөр яҡындарым, Ут өҫтәүсе һүнһә усағым. Баҫыуҙарҙа бешкән бойҙай еҫе, Көҙҙәремдең йомарт, мул сағы. Рәхмәтлемен һиңә, Башҡортостан! Барыһы ла һиндә булғанға, Ете ырыулы халҡым төйәк иткән Ғүмер юлым һиндә уҙғанға. й Нәсимә Ғайсина
Back to Top