Ауылым “ АҪЫРАУЫ“ З. ЯРМУХАМЕТОВА Х. ДИЛЬМУХАМЕТОВ
Яҙҙар килһә-ҡайтҡан ҡоштар
Оялай ҡуйыныңда,
Һайрауҙары йырға оҡшай
Йәмле Нөгөш буйында.
Пр-в. Ҡыҙыл тауҙарға һыйынған
Ауылым Аҫырауы,
Күңеленә наҙ өҫтәйҙер
Яҙғы ел шыбырлауы.
Йәйҙәреңдең йәшел шәлен
Яратам ябыныуың,
Йөрәгемдең һиндә баҫам
Өҙөлөп һағыныуын
Ҡыҙыл тауҙарға һыйынған,
Ауылым Аҫырауы,
Моңландыралыр ямғырҙың
Шып-шым ғына илауы.
Һағыштар һала күңелгә
Көҙҙөң һары төҫтәре,
Һине лә уйландырамы
Иртә төшкән кистәре.
Ҡыҙыл тауҙарға һыйынған
Ауылым аҫырауы,
Ҡыштарға һине етәкләй
Һалҡын көҙҙөң ҡырауы.