Күҙҙәреңдең ҡараһы. Дилара Каримова Х.Дильмухаметов.
Күҙҙәреңдең ҡараһы.
Осраштырҙы беҙҙе яҙмыш
Йәйҙең эҫе айында.
Беҙгә ҡарап һоҡланды бит
Хатта зифа ҡайын да
Ҡушымта:
Күҙҙәреңдең ҡараһы -
Минең йөрәк яраһы.
Ирендәреңдең алһыуы -
Минең йөрәк ярһыуы.
Яҙмыштың әсе елдәре
Ҡанаттарҙы ҡайырҙы.
Һөйгән йәрем, берҙән-берем,
Һине минән айырҙы.
Тирә-яҡтан йылдар буйы
Күҙҙәреңде эҙләнем,
Яҙҙар кире ҡайтыуына
Өмөтөмде өҙмәнем.
Әсе тигән яҙмыштар ҙа
Әсе булмаған икән.
Май ҡояшы булып керҙең
Көндәремә һин, иркәм.
Д. Кәримова