Минзаля Яхина - Ашыҡма, йәнем (НЕВЕРОЯТНО КРАСИВАЯ ПЕСНЯ!)
Автор и исполнитель Минзаля Яхина:
Ещё больше крутой музыки у нас на канале! Подпишись, чтобы не пропустить новые премьеры:
Слушайте на всех платформах:
Наша группа ВК:
Кемдең генә тейҙе күҙе,
Әллә яман дошман һүҙе,
Нурһыҙланды нурлы ҡарашың.
Һалҡын боҙҙай осло һүҙҙәр
Йөрәгемде йәлләмәйҙәр,
Тигеҙ һуҡмағыбыҙ аҙашты.
Юғалма минең яҙмышымдан,
Беҙҙең юлдар бергә ҡушылған.
Укененеп иларлыҡ булмаһын,
Ашыҡмасы йәнем, зинһар уйлан.
Ниндәй әсе елдәр иҫте,
Өшөттөрөп күңелеңде,
Зәһәр елдән һаҡлай алманым.
Тик бул йәнем, үҙең көслө,
Тормош бит ул шулай үсле,
Парлы ҡанаттарың һынмаһын.
Юғалма минең яҙмышымдан,
Беҙҙең юлдар бергә ҡушылған.
Укененеп иларлыҡ булмаһын,
Ашыҡмасы йәнем, зинһар уйлан.
Иләҫ-миләҫ елдәр иҫһә,
Ят йөрәктән йылы килһә,
Хәтерлә һин әйткән һүҙемде:
- Устарыңда минең йөрәк,
Мәңгелеккә булам терәк,
Ташлап китмә минең үҙемде.
Юғалма минең яҙмышымдан,
Беҙҙең юлдар бергә ҡушылған.
Укененеп иларлыҡ булмаһын,
Ашыҡмасы йәнем, зинһар уйлан.
Укененеп иларлыҡ булмаһын,
Ашыҡмасы йәнем, зинһар уйлан.