“Туған тел“ — Б. Бикбай һүҙ., А. Йәғәфәров муз.
“Туған тел“ — Б. Бикбай һүҙ., А.Йәғәфәров муз.
Для этой песни есть минус:
БАЯЗИТ БИКБАЙ
ТУҒАН ТЕЛ
Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән…
Тел – тере шишмә – үлмәгән,
Бөгөнгә еткән !
Шул тел менән тыуҙым, үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы !
Ерҙә халыҡ йәшәй икән, –
Теле лә йәшәй!
Телен асҡанда, һәр бала
Әйтәсәк: «Әсәй!».
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һаңға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен!..