Родные мои♥♥♥
* * *
... Ғаилә! Бәхет! Шундай яғымлы, йылы хистәр менән тулған ябай һәм шул уҡ ваҡытта бик ҙууур мәғнәгә эйә булған мөғжизәле һүҙҙәр.♥
Ғаилә бәхетле булғанда ғына аяҙ күктә ҡояш йылмая һәм ул нурҙарын бөркөп, кешеләр йөҙөндә бәхет сатҡылары уята ала.♥
... Тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарап, һәр көндөң ҡәҙерен белеп, беҙҙе бар иткән Аллаға, атайың-әсәйеңә бөтәһе өсөн дә рәхмәтле булып, мәрхәмәт, шәфҡәт күрһәтеп йәшәһәк беҙ бәхетле♥
... Татыу, берҙәм, дуҫ ғаиләң булыу ҙур бәхет . Бер-берең өсөн йәнең-тәнең менән борсолоп тораһың, уңыштар өсөн ысын күңелдән шатланаһың, бөтә эштәрҙе бергә эшләп, бергәләшеп ял итәһең - шул да бәхет ! Көнө буйы арып эшләгәндән һуң, тәмле аш еҫтәре сыҡҡан йылы өйгә инеү ҙә бәхет ! Өйөңдә ғаиләң менән бергә булғанда ғына рәхәтләнеп ял итеп, бәхетле булып була.♥
... Ғаиләң ҡәҙерен белгәндә генә бәхет - ул Бәхет. Тормошта рәхәт йәшәү өсөн был Бәхетте һаҡлап, ҡәҙерләп, тойоп, һөйөнөп йәшәргә генә кәрәк♥♥♥