Эй, телем!...

Эй, телем!... Эй, телем! Ҡотло телем, һине ҡалдырмаҡсылар үгәй итеп, семтем итеп, һыныҡ итеп ...бер телем. Эй, телем! Утлы телем, утың ялҡынында өтөп, йыртып ырғыт йөҙҙәренән маңҡортомдоң битлеген! Эй, телем! Һутлы телем, ырыҫ һеңгән тупрағыма, тиреп йыйыр өсөн сәсәм, һәр һүҙеңдең бөртөгөн. Эй, телем, телкәйеңде моңһоҙға, телһеҙҙәргә бир өҙөп, йә бир телеп, сарпылмаған тештәребеҙ төшмәҫ борон киртелеп. Эй, телем! Ғорур телем, башҡорт иле – Башҡортостан телһеҙ ҡалыр ил түгел! Әҡсән Хәлилов
Back to Top