ҠошЮлы - Теләк (Төнгө ултырыш)

Артур Кабиров, Лилиә Дауытова, Миңзәлә Яхина, Тимур Ямалов, Рузилә Йәмилова һәм Резана Вәлиева (скрипка) Теләк Финал йыры Төнгө ултырыш ҠошЮлы 10 ноябрь 2015 йыл Яңы тыуыр көнөң һинең барыр юлың яҡты... булһын Тойғо-уй хистәрең, барлыҡ теләктәрең ҡабул... булһын Хыялыңдан хис тә яҙма Ҡарап атла ҡош юлына Гитарамды ҡулға алам Уйнап-йырлап алға барам Күңел серен йырға һалып Дуҫтарыма илтә барам Көслө рухтарыбыҙ, күңел ҡоштарыбыҙ һәм беҙ... ирекле Ҡая таштарыбыҙ, ялан урманыбыҙ һәм ул... беҙҙеке Ә мин осам йыһандарға, Осам күккә ҡош юлына! Гитарамды ҡулға алам Уйнап-йырлап алға барам Күңел серен йырға һалып Дуҫтарыма илтә барам Барыр юлдарығыҙ, Ҡылыр уйҙарығыҙ Яҡты... булһын
Back to Top