Минира Бикнсова сй, с йрге - 2018
Минирә Бикәнәсова Ауырғазы районы ҡыҙы. Уҡыусыларға химия һәм биология фәнен уҡыта. Ул мәктәп йылдарында уҡ әүҙем яҙыша, “Башҡортостан пионеры” гәзитендә “Йәш хәбәрсе” була. Ә шиғриәткә килеүенә өс йыл тирәһе генә. Шулай ҙа “Күңел моңо“ исемле китабы менән шиғыр һөйөүсе дуҫтарын һөйөндөргән дә инде. Шулай уҡ республика, район баҫмаларында төрлө темаларға мәҡәләләре, хикәйәләре донъя күреп тора. Әлеге көндә хикәйәләр йыйынтығы өҫтөндә эшләй.
Әсәй
Әсәм өсөн мин әле лә бала,
Ҡурсалай ул хәтәр, ямандан.
Аҡыл-кәңәштәрең, әсәй, кәрәк,
Мин өйрәнәм һинән һаман да...
Һөйләшеп тә һүҙҙәр бөтөр түгел,
Эй, рәхәт тә һинең яныңда!
Йылы ҡулың сәстәремдән һыйпай,
Мин сабыймын әсәй барында!
Ғүмер биреп үҫтергәндә беҙҙе
Күпме ауырлыҡтар күтәрҙең...
Бирешмәнең, сабырлығың еңде,
Кәңәшсеһе булдың күптәрҙең!
Уңғанлығың хайран итә мине,
Өлгө алам һинән бар эштә.
Доға-теләктәрең һаҡлап тора
Һин ерҙәге изге фәрештә!
Оло йөрәгендә мәрхәмәт тә,
Бөтмәҫ аҡыл, иман, түҙем дә.
Әсәләрҙең бөтә бөйөклөгөн
Йыйғанһың һин, әсәй, үҙеңдә!