Нужа
Нужа
Күңел алған яра эҙҙәре –
тормош михнәтенең күҙҙәре.
Яраларҙы көн дә ямарлыҡ,
семетеүҙәрен илап һанарлыҡ.
Тоҙ ҡойолған ошо яралар,
япраҡ япһаң, – ҡуҙлы ямаулыҡ.
Булмыш тиргән ғазап-ҡазаны
...услап алып йомһаҡ ҡуйынға
ғүмер буйы йөрәк ҡанарлыҡ.
Әҡсән Хәлилов
“Ағиҙел“ журналы (2023 йыл октябрь)