Дан
Дан
Билдәһеҙ яҡтан...
йыраҡ-йыраҡтан, алыҫ-алыҫтан,
илен яҡлап, ерен һаҡлап
һуҡмаҡ ярып,
тыуған яҡҡа һөйрәлеп ҡайтҡан
...ҡанлы ҡалҡан.
Томандан һарҡҡан,
туҙандан ҡалҡҡан,
ел-ямғырҙа, ҡом-буранда
сарпылып ҡатҡан
...ҡанлы ҡалҡан.
Тупһа төбөндә йылы тапҡан
наҙлы бесәйҙәй,
...наҙлы бесәйҙәй,
өй түренә, инеп ятҡан,
йәнде өшөткән, йәнде йылытҡан
ҡанлы ҡалҡан.
Әҡсән Хәлилов