Азамат Гафаров - Кышкы романс (Хин - гумер агыштарым)
🎄 Подарки на Новый год для всей семьи! Скидки на максимум! 🚀 Спешите:
Азамат Гафаров - Кышкы романс (Хин - гумер агыштарым)
Азамат Ғафаров - Ҡышҡы романс (Һин - ғүмер ағыштарым)
Р.Хәсәнов көйө, Н.Нәжми һүҙҙәре
«Таныш түгел таныштар 1» фильмынан йыр
1
Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары,
Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары.
Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр,
Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр…
Ҡушымта:
Һин - ғүмер ағыштарым,
Һин минең һағыштарым,
Һин - минең шатлыҡ илем,
Юғалтыу - табыштарым,
Һин - минең һағыштарым.
2
Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға…
Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға.
Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да
Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала.
3
Бына инде тағы ергә ҡарҙар яуа,
Бөтә нәмә туңған төҫтә ҡар аҫтында.
Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға,
Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында.
✅ ВКонтакте:
✅ Facebook:
✅ Twitter:
✅ Pinterest:
✅