ALISA - Мхббт (Bashkir version)

Владивосток ҡалаһында 2023 йыл башында тормош иптәшем менән төшөрөлгән клипты тәҡдим итәм! Яратып ҡабул итегеҙ ❤️ Һүҙҙәр 1)Яндарыма киләһең, “Һағындым“ тип әйтәһең, Һиҙәмен - һөйәһең Һөйөү усағына керәһең Тик яна йөрәгең Уның ялҡынында көйәһең Ҡушымта: Мөхәббәт таңында Күҙҙәр яна бигерәк Һөйөүҙән һин тип көслөрәк Тибә ул йөрәк Һөйөү таңында Һин генә йәнемә кәрәк Һөйөүҙән һин тип көслөрәк Тибә ул йөрәк 2)Мин дә һиңә алтыным Йөрәгемде асамын Тик һинең ҡосағың - Мөхәббәттең ҡайнар усағы Һөйөүҙән ул сағын Ирекле ҡош һымаҡ осамын Көйө - Марсель Кагиров Һүҙҙәр - Миләүшә Әфләтунова Видео - Азамат Мөхәмәтйәнов Йыр тышы - Ләйсән Хәлиуллина
Back to Top