РЕСПУБЛИКАНСКИЙ ОНЛАЙН-КОНКУРС ВИДЕОЗАПИСЕЙ БАШКИРСКИХ ДЕТСКИХ ИГР СРЕДИ ОБУЧАЮЩИХСЯ 1-11 КЛАССОВ

Аҡ тирәк,күк тирәк Кил яныма , бир ҡулыңды Әйҙә уйнайыҡ бергә. Уйнайыҡ та, бейейек тә Ял булһын күңелдәргә. Күңелле йырға балалар дәртле бейеү башҡарып уйнарға йыйылалар.Алып барыусы улар янына сығып “Аҡ тирәк,күк тирәк” уйынын ойоштороп ебәрә.Уйынды балалар үҙ теләге буйынса уйнай.Ҡатнашыусылар һаны сикләнмәй. Беҙ бөтә класс менән физкультура дәрестәрендә,тәнәфестә уйнарға яратабыҙ. Был уйынды мин үҙем бала саҡта тау баштарында уйнай торғайныҡ.Шуға күрә балаларға өйрәтеү бер ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.Шулай уҡ уйындың шарттарын билдәле балалар яҙыусыһы беҙҙең ауылдашыбыҙ Айһылыу Йәғәфәрованың “Йәйғор” балалар баҡсаһы өсөн хрестоматияһының “ Башҡорт халыҡ уйындары” бүлегенән алырға мөмкин. Балалар ҡара- ҡаршы ике сафҡа теҙелеп баҫалар , ҡулдарынан тотоношалар.. Уйынды алып барыусы,ҡайһы яҡ ҡыйыуыраҡ булыуын,уйынды кем башлауын һорай. Кем алдараҡ беҙ тип ҡысҡыра,шул яҡтагы балалар көслө тауыш менән һамаҡлап уйынды башлап та ебәрә. Ҡабыр- ҡабыр ҡамсы. Аға торған тамсы, Аҡ тирәк,күк тирәк, Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк? Икенсе сафта теҙелгән балалар үҙ –ара тиҙ генә кәңәшләшкәс, берәй малайҙың,йә ҡыҙҙың исемен әйтәләр. Мәҫәлән, -Беҙгә Аделина кәрәк. Был ҡыҙ үҙен саҡырған сафҡа йүгереп барып, бар көсө менән сафты өҙөп сығырға тейеш була. Сыға алмаһа. уйынды алып барыусы балаларҙан уға яза биреүҙе һорай.Балалар йә йырлау, йә шиғыр һөйләү, йә әтәс булып ҡысҡырыу, йә бейеү тиеп язалар әйтәләр. Сафты өҙә алмаған бала был язаны һис шикһеҙ үтәргә тейеш була. Ә инде сафты өҙә алған баланы, уйынды алып барыусы уның ҡулын өҫкә күтәреп еңеүсе тип иғлан итә. Уйын шулай дауам итә. Балалар уйнап туйғас, күңелле бейеү көйө яңғырай. Балаларҙы бергәләп бейетеп алырға ла мөмкин
Back to Top