Ас, Зөләйхәм тәҙерәңде сл.Рәйес Ахметов м.Х.Дильмухаметов.
Һине уйлап урамыңдан
Кистәрен нисә уҙам ?
Һиңә тиеп, йән киҫәгем,
Гармун көйҙәрен һуҙам.
Ас, Зөләйхам, тәҙрәңде,
Уйҙарыңда мин булһам.
Ҡосағыма тартып алам
Ҡаршыма ҡулың һуҙһаң.
Шаршауыңа ҡасып ҡалма,
Юралған яҙмышыңдан..
Бер үкенеп иларһың бит ,
Түҙәлмәй һағышыңдан.
Сыҡ яныма,ай бик түбән,
Таң атырға аҙ ҡалған,
Ауылдағы ҡартта күптән,
Арып йоҡоға талған.