Уҙған аҙнала республика баҫыуҙарында йыйылған иген күләме ике милллион ярым тонна сиген үтте

Ураҡ күрһәткестәре буйынса гектарынан 39 центнер уңыш алыусы Саҡмағош игенселәре алда бара. Һауа шарттарының көйһөҙлөгөнә ҡарамаҫтан, саҡмағоштар быйыл да мул уңыш алыуға ирешкән. Әле көндәрҙең ҡояшлы булыуын файҙаланып ашлыҡтың һуңғы гектарҙары урып-йыйыла. Арпа һуғыу яуым-төшөмһөҙ ваҡытҡа тура килһә лә, ужым бойҙайы бер аҙ һуңлабыраҡ сәселгән. Саҡмағош районында барлығы 62 крәҫтиән-фермер хужалығы иҫәпләнә. Имәнлекүл ауыл советы биләмәһендә генә улар 12-гә етә. Тармаҡтың ныҡлығында уларҙың да өлөшө бик ҙур. Алфред Дәүләтшиндың хужалығы башҡаларҙан йәшерәк булыуға ҡарамаҫтан, төбәктә алдынғылыҡты биләй. Шәкәр сөгөлдөрө баҫыуы 20 гектар майҙанды биләй. Гектар ҡеүәте 450 центнер тәшкил итә. Көн дә продукция Әлшәй районы шәкәр заводына оҙатыла. Башҡортостандың ауыл хужалығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге ураҡ кампанияһы тамамланыу алдында.
Back to Top