“Сәләмәт республика- сәләмәт төбәк”
Районда “Сәләмәт республика- сәләмәт төбәк” акцияһы старт алды. Сәләмәтлек поезы составын күсмә флюорограф,маммограф, кардиоүҙәк модуль комплексы, күсмә стоматология һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты тәшкил итә. Онколог, акушер-гинеколог, хирург, офтальмолог, невролог, эндокринолог, кардиолог, стоматолог кеүек белгестәр халыҡты ҡабул итәсәк. Табиптар 11 сентябрҙә Урғаҙала, 12 һәм 13 сентябрҙә Иҫке Сибай ауылында эшләйәсәк. Мөрәжәғәт итеүселәр белгестәр менән кәңәшләшеп, тәүге медицина ярҙамы ала ала.