ЯУГИРҘАР МЕНӘН ОСРАШТЫЛАР

Байғужа ауыл мәҙәниәте йортонда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар менән йылы осрашыу уҙҙы. Ауылдың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары менән берлектә әлеге мәлдә ялда булған яҡташтарыбыҙҙы саҡырып, улар менән яҡындан аралашты, хеҙмәттәре тураһында һорашты.
Back to Top